Автор работы: Пользователь скрыл имя, 16 Июня 2013 в 12:20, творческая работа
1928-1929 йылдарҙа ярлылар комитеты рәйесе Әминев Ғәббәс Ғәрифулла улы комсомолец йәштәрҙән торған активтар менән берлектә ТОЗ-дарҙы берләштереп Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары халҡын Һаҡмар коммунаһына берләштерә. 1929 йылда Ниғәмәт, Тамаҡ һәм Исхаҡ ауылдарының Ҡыҙыл ҡарағай коммунаһын Һаҡмар коммунаһы менән ҡушып колхоз төҙөү эше башлана. Колхоздың үҙәге итеп Ниғәмәт ауылы билдәләнә.
1930 йыл Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, 2-се Этҡол, Байым, Сәйетбаттал ауылдары крәҫтиәндәрен берләштереп Сталин исемендәге колхоз ойошторола. Колхоздың тәүге рәйесе итеп Ниәтшин Ғәзиз Мөхәмәтйән улы һайлана. Ләкин ауылдар бергә оҙаҡ эшләмәй, айырыла. Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары Үрнәк колхозы ойоштора, рәйес итеп Рәхимов Ғиниәт Йосоп улы һайлана. Колхоздың идара ағзалары итеп малсылыҡ буйынса Күсеев Һиҙиәт, иҫәпсе – Усманов Фәйзулла, ҡырсылыҡ буйынса Буранбаев Ғиниәт, иҫәпсе – Вәлиев Ҡәнзәфәр билдәләнә.