История колхоза

Автор работы: Пользователь скрыл имя, 16 Июня 2013 в 12:20, творческая работа

Краткое описание

1928-1929 йылдарҙа ярлылар комитеты рәйесе Әминев Ғәббәс Ғәрифулла улы комсомолец йәштәрҙән торған активтар менән берлектә ТОЗ-дарҙы берләштереп Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары халҡын Һаҡмар коммунаһына берләштерә. 1929 йылда Ниғәмәт, Тамаҡ һәм Исхаҡ ауылдарының Ҡыҙыл ҡарағай коммунаһын Һаҡмар коммунаһы менән ҡушып колхоз төҙөү эше башлана. Колхоздың үҙәге итеп Ниғәмәт ауылы билдәләнә.
1930 йыл Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, 2-се Этҡол, Байым, Сәйетбаттал ауылдары крәҫтиәндәрен берләштереп Сталин исемендәге колхоз ойошторола. Колхоздың тәүге рәйесе итеп Ниәтшин Ғәзиз Мөхәмәтйән улы һайлана. Ләкин ауылдар бергә оҙаҡ эшләмәй, айырыла. Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары Үрнәк колхозы ойоштора, рәйес итеп Рәхимов Ғиниәт Йосоп улы һайлана. Колхоздың идара ағзалары итеп малсылыҡ буйынса Күсеев Һиҙиәт, иҫәпсе – Усманов Фәйзулла, ҡырсылыҡ буйынса Буранбаев Ғиниәт, иҫәпсе – Вәлиев Ҡәнзәфәр билдәләнә.

Вложенные файлы: 1 файл

Колхозыбыҙ тарихы.docx

— 18.04 Кб (Скачать файл)

Колхозыбыҙ тарихы

                       1928-1929 йылдарҙа ярлылар комитеты рәйесе Әминев Ғәббәс Ғәрифулла улы комсомолец йәштәрҙән торған активтар менән берлектә ТОЗ-дарҙы берләштереп Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары халҡын Һаҡмар коммунаһына берләштерә. 1929 йылда Ниғәмәт, Тамаҡ һәм Исхаҡ ауылдарының Ҡыҙыл ҡарағай коммунаһын Һаҡмар коммунаһы менән ҡушып колхоз төҙөү эше башлана. Колхоздың үҙәге итеп Ниғәмәт ауылы билдәләнә.

                      1930 йыл Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, 2-се Этҡол, Байым, Сәйетбаттал ауылдары крәҫтиәндәрен берләштереп Сталин исемендәге колхоз ойошторола. Колхоздың тәүге рәйесе итеп Ниәтшин Ғәзиз Мөхәмәтйән улы һайлана. Ләкин ауылдар бергә оҙаҡ эшләмәй, айырыла. Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары Үрнәк колхозы ойоштора, рәйес итеп Рәхимов Ғиниәт Йосоп улы һайлана. Колхоздың идара ағзалары итеп малсылыҡ буйынса Күсеев Һиҙиәт, иҫәпсе – Усманов Фәйзулла, ҡырсылыҡ буйынса Буранбаев Ғиниәт, иҫәпсе – Вәлиев Ҡәнзәфәр билдәләнә. 1-се бригаданың (Ниғәмәт, Исхаҡ, Тамаҡ ауылдары) бригадиры итеп Иҙрисов Фәйзулла һайлана. 2-се бригаданың (Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары) бригадиры итеп Буранбаев Ғиниәт һайлана. Колхозда халыҡтан йыйылған йылҡы, һарыҡ-кәзә иҫәпкә ҡуйыла. Өлкән конюх итеп Хажин Ильяс, кладовщик итеп Күсеев Хәлфетдин, складтарҙың ҡарауылсыһы итеп Ирназаров Абдрахман  билдәләнә. Яңы рәйес Аҡназаров Хабрахман колхозға һабандар, зиг-заг тырмалар, 2 лобогрейка, 1 молотилка, ат косилкаһы, бесән йыйғыс тырмалар, ҡул салғылары, ураҡтар алдырта.

                  1933 йылда Үрнәк колхозы ойошторолоп, рәйес итеп Рахманғолов Фәйзулла Ғосман улы һайлана. Ул хеҙмәт тәртибен нығытыуға ҙур иғтибар бирә, хеҙмәткә түләүҙең аныҡ хаҡын билдәләй. 1934 йылда  башланғыс мәктәп, киләһе йылына клуб, малсылыҡ ҡуралары төҙөлә. Колхозға счетовод, агротехник, ветсанитар, тракторист, комбайнер уҡытып алына.

                 Колхоз үҫеш ала һәм нығына.

1938 йылдан 1942 йылға  тиклем колхоз рәйесе булып  Мырҙағәлин Ғилметдин Әлтәфетдин  улы эшләй. Уның эшләү осоронда  игенселектән юғары уңыш алына,  йәшелсә үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Һаҡмар йылғаһында тирмән төҙөлә. Колхоз йөк автомашинаһы һатып ала.

Һуғыштан һуң  колхоз ауыр осор кисерҙе. Баҫыусылыҡта ла, малсылыҡта ла ҡул көсө ҡулланыла. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас ҡына, техника килә башлай.

1956 йылдан колхоз  үҙ келәтенә орлоҡ, фураж һала  алыу хоҡуғына эйә була.

 

Колхоз етәкселәре

Әминев Ғәббәс Ғәрифулла  улы           1927-1929 й.

Ниәтшин Ғәзиз Мөхәмәтйән улы       1929-1930 й.

Рәхимов Ғиниәт Йосоп улы              1930-1931

Аҡназаров Хабрахман           1932-1933 й Рахманғолов Фәйзулла Ғосман улы       1933-1937 й.

Мырҙағәлин Ғилметдин  Әлтәфетдин улы        1937-1942 й.

Хисмәтуллин Әғзәм Ниғәмәт  улы         1942- 1943 й.

Һибәтуллин Мырҙағәле  Заһретдин улы        1943

Бикмәтов Ниғәмәт Һибәтулла  улы        1943-1944 й.

Мырҙаҡаев Йыһанур Мостафа улы          1944-1960 й.

Мусин Чикатай Нурмөхәмәт улы       1960-1961 й.

Ирназаров Акрам Исмәғил  улы           1961-1976 й.

Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин  улы    1976-1983 й.

Һиҙиәтуллин Рәшит Әхмәт  улы           1983-1989 й.

Исҡужин Рәхмәтулла Әхмәзыя  улы     1989-1990 й.

Бикмәтов Ирек Ниғәмәт  улы             1990-1996

Сәйетов Фаил Рафаэль улы    1996-1998  Мазһаров Риф Ниғәмәт улы   1998-1999

Буранбаев Зәйнулла Заһит  улы            2000-2004 й.

Ғәлимйәнов Наил Раил улы                 2004-2006 й.

Кайниев Мөнир Ғәйнетдин  улы           2006-2009й.

Әхмәров Фәнил Ғаззали  улы  2009-2012

ЙӘШӘҺЕН ЕРҘӘ АУЫЛДАР,

ЙӘШӘҺЕН БЕҘҘЕҢ КОЛХОЗ !

 

ХЕҘМӘТЕ БАРҘЫҢ – ХӨРМӘТЕ БАР

 

 

 

 

 

 

 

АТҠАҘАНҒАН

ХЕҘМӘТКӘРҘӘР

  МӘҘӘНИӘТ

  ТОРМОШО

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                            Беренселәр

Тракторсылар: Валюхова Клавдия Платоновна, Зөлҡәрнәев Мөхитдин,

Рәхимов Хөснетдин, Суфьянов Фәйзрахман, Яҡупов Барый, Хәсәнов Фәйзрахман,К әримов Фазылғүмәр.

Комбайнсылар: Яҡупов Барый,

 

Юлғотлин Зиннур

Утарбаев Шәрифулла

Мырҙағәлин Нурғәле

Агроном

Ильясов Мөхәмәт

Ветсанитар 

Мәүлетов Солтанғәзе

Инженер-механик

Ишдәүләтов Хажиәхмәт

Һауынсылар 

Хәсәнова Мәстүрә 

Фәйзуллина Асия

Кәримова Зөлҡәғиҙә

Рахманғолова Йөһөрә

Хәсәнова Камила

Кәримова Мәрхәбә

Мырҙағәлина Сәғәҙәнә

Ферма мөдирҙәре

Күсеев Һиҙиәт

Валеев Ҡотләхмәт

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


Информация о работе История колхоза